09:57 (UTC+5), 16 Ноября 2016

Шүлгәнташ мәмерйәһендә ҡаяға төшөрөлгән һүрәттең яңы фрагменты табылған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Шүлгәнташ мәмерйәһендә быға тиклем билдәһеҙ һүрәт табылған. Был яңы сенсациялы яңылыҡ булды, тип хәбәр итә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Рәсем залдың көнбайыш стенаһындағы граффитиҙарҙы таҙартҡанда асыҡланған. Экспедиция етәксеһе Эудаль Гийаме әйтеүенсә, табылған буяу — ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең бер өлөшө.
Мәмерйәләге хәҙерге граффитиҙарҙы бөтөрөүҙең сираттағы, өсөнсө этабы тамамланды. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә төп галерея, Сталагмиттар, Билдәләр залы, Каскад, Беренсе галерея таҙартылған. Әлеге ваҡытҡа Көмбәҙ, Хаос, Акустик һәм Ҡорам залдарында ғына яҙмалар ҡалған. Киләһе йәйге эскпедиция барышында таҙартыу буйынса эштәр тулыһынса тамамланасаҡ.
Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәкселеге мәмерйәне инфраҡыҙыл һәм 3D-сканерлау өсөн Испания һәм Франция белгестәрен йәлеп итеү мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Тикшереүселәр фекеренсә, мәмерйә стеналарын инфраҡыҙыл сканерлау ултырмалар һөҙөмтәһендә күренмәгән һүрәттәрҙе табырға мөмкинлек бирәсәк.
Эштәр «Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр» объектын өйрәнеү, һаҡлау, популярлаштырыу һәм ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү буйынса саралар планына ярашлы алып барыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика