06:31 (UTC+5), 15 Ноябрь 2016

Өфөлә студенттар араһында «КИНОFEST-2016» ҡыҫҡа метражлы кино фестивале үтә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 23 ноябрҙә Өфөлә студенттар араһында «КИНОFEST-2016» ҡыҫҡа метражлы кино фестивале башлана. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, илдең теләһә ниндәй юғары уҡыу йорто студенты фильм төшөрә һәм юғары профессиональ жюри тарафынан баһалана ала.
Фестиваль барышында режиссура, сценарий менән эшләү, төшөрөү һәм монтажлау, актерлыҡ оҫталығы буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡаралған. Һуңынан әҙер эштәре булмаған ҡатнашыусылар алған белемдәрен фильм төшөргәндә ҡуллана ала.
Киләһе этапта студенттарҙың эштәрен ҡарарға, уларҙы башҡа тамашасылар менән тикшерергә һәм авторҙарға һорау бирергә мөмкин. Фестиваль 21 декабрҙә «Родина» кинотеатрында тамамлана. Унда бүләкләү тантанаһы була һәм иң яҡшы эштәр күрһәтелә.
«КИНОFEST-2016» фестивалендә ҡатнашырға теләүселәр 20 ноябргә тиклем ғариза бирергә тейеш. Тулыраҡ мәғлүмәт — «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә.
«КИНОFEST» Башҡортостанда икенсе тапҡыр ойошторола. Сараның төп маҡсаты — студенттарҙа әүҙем ижади һәм тормош позицияһын тәрбиәләү, кино төшөрөү оҫталығын үҫтереү һәм тәжрибә туплау. Ойоштороусылар — ММС графика дизайны студияһы ярҙамында Башҡорт дәүләт университеты студенттарының беренсел профсоюз ойошмаһы, «Масштаб» ижади берекмәһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика