07:17 (UTC+5), 14 Ноября 2016

«Оҙон көй-2016» төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы еңеүселәрен билдәләне

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Туймазыла өс көнлөк музыкаль марафон – «Оҙон көй-2016» төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы тамамланды. Халыҡ ижады байрамын Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Туймазы районы хакимиәте ойошторҙо. Сараның маҡсаты — башҡорт йырын халыҡсан башҡарыу оҫталығын һаҡлау һәм үҫтереү, йәш быуынды урындағы ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар нигеҙендә тәрбиәләү, халыҡтың башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу. Ижади форумда республиканың 20-нән ашыу ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Татарстандан, Һарытау һәм Силәбе өлкәләренән, Санкт-Петербургтан, Ҡаҙағстандан 6 йәштән 81 йәшкәсә 70-кә яҡын йырсы ҡатнашты.
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Нажиә Аллаярова етәкселегендәге абруйлы жюри бәйгеселәрҙең талантын юғары баһаланы.
Гала-концертты асып, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе. Байрамдың абруйлы ҡунағы, данлы йырсы һәм ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы дауреаты Абдулла Солтанов дәррәү алҡыштар аҫтында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы.
Был көндә 30-ға яҡын йырсы еңеүсе, дипломант тип иғлан ителде, махсус, шул иҫәптән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың призына лайыҡ булды. Уны Сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе Рәшит Хәйруллин Ҡаҙағстан ҡунағы Ләлә Усабаеваға тапшырҙы. «Оҙон көй-2016» төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсының Гран-прийын Юнир Һағынбаев яуланы. Еңеүсене Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов бүләкләне.
Бүләкләү тантанаһы конкурс еңеүселәренең һәм республика сәнғәт оҫталарының сығышы менән үрелеп барҙы, тип хәбәр итте мәҙәниәт буйынса муниципаль йәмәғәт советы рәйесе Мөсәүир Камалетдинов.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика