10:43 (UTC+5), 11 Ноября 2016

Республикала халыҡ-тарихи йыр фестивале уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 16 ноябрҙә Башҡортостанда «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» тип аталған башҡорт халыҡ тарихи йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк фестивале ойошторола. Сара Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында үтә. Унда республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан иң яҡшы ижади коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнаша. Айыусы ауылында тыуып үҫкән профессор Рим Йәнғужиндың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған «Кешеләр, мәҙәниәт, арауыҡ: Евразия донъяһының социомәҙәни динамикаһы» исемле бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусылар фестивалдең абруйлы ҡунаҡтары буласаҡ.
Фестивалде асыу тантанаһы Айыусы ауылының мәҙәниәт йортонда уҙа. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Унан алдараҡ, иртәнге 11-ҙә, урындағы мәктәптә биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмәһе асыла. Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Ҡаһым түрә стелаһына һәм «Ашҡаҙар» йыры һәйкәленә сәскә һалыу ойошторола.
Ҡаһым Мырҙашев, халыҡта ул Ҡаһым түрә булараҡ билдәле, — 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813–1814 йылдарҙа рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт полктарының береһенең командиры.
Рим Йәнғужин (1941-2007) — этнограф, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1968 йылдан алып шунда уҡ уҡытҡан, 1991 йылдан Башҡортостан тарихы һәм этнографияһы кафедраһы мөдире булған. Утыҙ йылға яҡын Башҡорт дәүләт университетының этнографик экспедицияларына етәкселек иткән. Рим Йәнғужин етәкселегендә университетта этнография музейы асылған. Туҡһандан ашыу фәнни эштәр, шул иҫәптән биш монография авторы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика