Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Ноябрь 2016, 13:51

Илдар Абдразаҡов — Беренсе каналдағы «Голоса на миллион» фильмында төп геройҙарҙың береһе

Георгий Шишкин
Георгий Шишкин
ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Донъя опера сәхнәһе йондоҙо, яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов Беренсе каналда «Голоса на миллион» фильмында төп геройҙарҙың береһе булды. Фильмдың авторҙары — Любовь Камырина һәм Сергей Майоров.
«Опера миҙгелдәренең рекорд ҡуйыусылары» тип атанылар фильмдың төп геройҙарын. Электросталь ҡалаһынан Дмитрий Корчак, Өфөнән Илдар Абдразаҡов, Ҡазандан Альбина Шаһиморатова һәм Санкт-Петербургтан Ольга Перетятько — Европа, Америка илдәре, Японияның абруйлы сәхнәләрендә көтөп алынған башҡарыусылар. Уларҙың бөтәһе лә Рәсәйҙән, опера сәнғәтенең «алтын йәштәре», һәр береһенең йәше 30-ҙан ашҡан.
Фильмда баш әйләндергес уңыш тарихтары, юғары класлы опера йырсыларының йәшәү һәм эшләү үҙенсәлектәре бәйән ителә, геройҙарҙың совет һәм советтан һуңғы осорҙағы бала саҡтары хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табылған. Танылған музыканттар Валерий Гергиев, Владимир Спиваков, Сан-Франциско театры директоры Джон Финк, «Ковент-Гарден» Британия Королева операһының музыкаль директоры Антонио Паппано опера йондоҙҙары тураһында үҙ фекерҙәрен әйтте.
Фильмда Илдарҙың бер туғаны Асҡар ҙа күренеп ҡалды. Абразаҡовтар ғаиләһе уникаль тип аталды. Унда бер юлы ике күренекле опера йырсыһы, ике халыҡ артисы тыуған. «Башҡортостан егете» ағаһының ижади карьераһы башланған мәлендә уға туған театрына статист булып урынлашырға ярҙам итеүен ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала. Автор ағалы-ҡустыларҙың икеһенә бер уҡытыусы булыуын әйтеп үтә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, профессор Миләүшә Мортазинаның исеме телгә алынмай. Ошо ваҡытта кадрҙа республикала танылған пианистка һәм концертмейстер Гөлшат Кәримова күрһәтелә.
Илдар Абдразаҡовты замандың иң яҡшы басы тип атайҙар. Метрополитен Опера, Ла Скала, Мария театры, Ковент Гарден, Вена операһы... «Мин Рәсәйгә йылына бер тапҡыр ғына киләм, ҡайһы саҡта айына 20 тапҡыр осорға тура килә», — тип һөйләй Илдар.
Йондоҙҙарҙың шәхси тормошона ла иғтибар бүленә, шәхси архивтарҙан кадрҙар файҙаланыла. Фильм биш йыл буйына төшөрөлгән, шуға күрә тәүҙә Илдар Абдразаҡовтың яңы ғаиләһе һәм ҡыҙы хаҡында һөйләнелмәй. «Улым тыуыуы — ғүмеремдәге иң бәхетле көнөм булды», — ти Илдар. Фильм аҙағына яҡынлашҡанда ғына уның яңынан өйләнеүе хаҡында хәбәр иттеләр.
Читайте нас: