07:00 (UTC+5), 10 Ноября 2016

Республика ҡалаларында Өфөлә төшөрөлгән «Наган» кинокомедияһы күрһәтелә

«Йәнле таҫма» кинокомпанияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында «Наган» исемле яңы кинокомедияны прокатҡа сығара. Рәсәй киноһы йылында Башҡортостанда төшөрөлгән берҙән-бер тулы метражлы фильм республика ҡалаларында күрһәтелә. 1-14 декабрҙә Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа, Күмертауҙа, Баймаҡта, Салауатта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа һәм башҡа тораҡ пункттарҙа премьера була.
Фильмдың режиссерҙары — Булат Йосопов һәм Ренад Еникеев. Фильмда билдәле Рәсәй актеры Иван Кокорин төшкән. Ул башҡорт комедияһы өсөн ике сериалда ҡатнашыуҙан баш тартҡан. Сюжет студент-архитектор Василий Находкиндың мажаралары менән бәйле, уның ролен Вадим Мәғәсүмов уйнай. Фильмда республика театрҙарының популяр актерҙары Владимир Латипов-Догадов, Рушанна Бабич, Эльвира Шрайнер, Рәмзил Сәлмәнов ҡатнаша.
«Наган» фильмы Өфөлә, нигеҙҙә «Йәнле таҫма» компанияһы павильонында, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында, Өфө дәүләт нефть техник университетында, «Версаль» рестораны биләмәһендә, шулай уҡ Дим һәм Эҫем йылғалары буйында төшөрөлгән. Көйөн республикала танылған композитор Владислав Савватеев яҙған. «Lumen» популяр рок төркөмө солисы Тэм Булатов фильмда чекист йырын башҡарған. Күмәк сәхнәләрҙә меңдән ашыу актер ҡатнашҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика