12:48 (UTC+5), 09 Ноября 2016

«Салауат Юлаев» операһы Илһам Вәлиев менән башҡорт сәхнәһенә ҡайта

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһы башҡорт сәхнәһенә ҡайта. 16 һәм 17 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә яңы ҡуйылыштағы операның премьераһы була. Ошо ваҡиға — күренекле башҡорт композиторының тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған юбилей тантаналарының бер өлөшө. Төп партияла Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, «Алтын битлек» милли театр премияһы һәм Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илһам Вәлиев сығыш яһай.
«Был Өфө сәнғәт институтында уҡыуымды тамамлағандан һуң иң беренсе ҙур ролем булды. 2004 йылда Мәғәфүр Хисмәтуллинды тыңлай-тыңлай Салауат образын эшләнем. Уның улы Марат ошо тамашаның режиссеры һәм операға әҙерләнеү буйынса уҡытыусым ине, һәм мин ныҡлы күҙәтеү аҫтында булдым. Беҙ Салауаттың лирик яҡтарын асырға тырыштыҡ — ул шағир, һәм операла уны лирик герой булараҡ асыуға ҙур иғтибар бүленә. Әлбиттә, уның һоҡланғыс яугир һәм командир икәнлеген дә беләбеҙ. «Салауат Юлаев» операһы — бөйөк композиторҙың бөйөк әҫәре, тип уйлайым», — тип һөйләне Башҡорт һәм Екатеринбург театрҙары солисы Илһам Вәлиев.
2016 йылғы тамашаны спектаклдең музыкаль етәксеһе һәм ҡуйыусы дирижеры — Башҡорт опера һәм балет театрының баш дирижеры Артём Макаров, ҡуйыусы режиссеры — Мария театры режиссеры Иркен Ғәбитов, ҡуйыусы рәссамы — театрҙың баш рәссамы Рифҡәт Арыҫланов, ҡуйыусы хормейстеры — театрҙың баш хормейстеры Александр Алексеев тәҡдим итә.
Төп партияларҙы Салауат Асҡаров һәм Раил Кучуков (Юлай), Светлана Арғынбаева һәм Катерина Лейше (Көнбикә), Эльвира Фәтихова һәм Гөлнара Вәлиева (Әминә), Владимир Копытов һәм Ян Лейше (Пугачёв), Фәнәүи Сәлихов һәм Әлим Ҡәйүмов (Бохайыр) башҡара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика