11:30 (UTC+5), 08 Ноября 2016

Өфөлә Заһир Исмәғилевтың әҫәрҙәр йыйынтығының һигеҙенсе томы баҫылып сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә, «Китап» нәшриәтендә, күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтың әҫәрҙәр йыйынтығының һигеҙенсе томы баҫылып сыҡты. Уға Лев Степанов менән бергә ижад иткән «Сыңрау торна» балетының клавиры ингән. Ноталы баҫма композиторҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей тантаналары алдынан донъя күрҙе. Баҫманың тиражы — 300 дана.
«Күп томлы йыйынтыҡ өсөн материалдарҙы уның ҡыҙы Ләйлә Исмәғилеванан алабыҙ, — тип хәбәр итте баҫмаларҙың айырым төрҙәре бүлеге етәксеһе Эльвира Хәйретдинова. — Баштан уҡ 16 том итеп баҫтырыу күҙалланғайны. Тәүге том 2005 йылда 1000 дана тираж менән донъя күрҙе».
Беренсе томда «Салауат Юлаев», икенсеһендә — «Аҡмулла», өсөнсөһөндә — «Урал илселәре», дүртенсеһендә — «Шәүрә», бишенсеһендә — «Ҡаһым түрә», алтынсыһында — «Ағиҙел тулҡындары» опералары, етенсеһендә «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы баҫылған.
Томдарҙы «Китап» нәшриәтенең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин, улар республика китапханаларында ла бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика