07:37 (UTC+5), 07 Ноября 2016

Рәсәйҙә башҡорт телендәге сценарийҙар конкурсы башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәйҙә башҡорт телендәге сценарийҙар конкурсы башланды. Сараның кураторы Фатима Янбаева хәбәр итеүенсә, «Осҡон» башҡорт видеоһы конкурсын ойоштороусылар ҡыҫҡа һәм тулы метражлы уйын форматындағы фильмдар өсөн башҡорт телендәге сценарийҙарҙы һайлап алыу тураһында иғлан итте. Һайлап алыу туры Башҡортостандың Заманса драматургия һәм режиссура үҙәге ярҙамында уҙа. Эштәрҙе компетентлы жюри баһалай. Иң яҡшы проект авторҙары бүләкләнәсәк һәм үҙ сценарийҙарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам аласаҡ. Ғаризалар ноябрь аҙағына тиклем ҡабул ителә.
Конкурсҡа йомғаҡ 2017 йылдың ғинуар аҙағында Силәбелә «Осҡон» башҡорт видеоһы фестивалендә яһала. «Осҡон» шулай уҡ «Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы», «Документаль фильм», «Анимациялы видеоролик», «Социаль видеоролик» һәм «Микрокино» номинацияларында башҡорт телендәге видеолар ҡабул итә. Бөтә номинацияларҙа ла эштәргә ҡарата талаптар бар. Бәйгенең положениеһы менән конкурстың рәсми сайтында танышырға мөмкин. Яңылыҡтарҙы сайтта йәки #Oskon билдәһе буйынса һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә күҙәтеп барырға була.
— «Осҡон» — бик кәрәкле конкурс, сөнки ошо арҡала башҡорт видеоһы төшөрөлә һәм үҫешә. Йәнә конкурс яңы белем алырға дәртләндерә. Бәйгенең тап башҡорт йәштәре араһында ойошторолоуы һәм туған телдә фильм төшөрөү мөмкинлегенең барлыҡҡа килеүе миндә унда ҡатнашыу теләген уятты. Һәммәһенә лә үҙ көсөнә ышаныуҙарын һәм идеяларын тормошҡа ашырыуҙарын теләйем! — тип һөйләй былтыр «Ҡыҫҡа метражлы фильм» номинацияһында еңеүсе Илмир Билалов.
Конкурсты ойоштороусылар — Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзы, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары, аспиранттары ассоциацияһы. Фестиваль икенсе тапҡыр үткәрелә, уҙған йылда бәйгегә Башҡортостандың һәм күрше төбәктәрҙең төрлө райондарынан 60-ҡа яҡын эш килгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика