11:18 (UTC+5), 02 Ноября 2016

Республикала йырсы Радик Гәрәевҡа һәйкәл асылды

«Яңауыл таңдары» гәзите
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Яңауылда күренекле йырсы Радик Гәрәевҡа һәйкәл асылды. Был хаҡта райондың «Яңауыл таңдары» гәзите хәбәр итә. Сара артистың тыуыуына 60 һәм вафат булыуына 20 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо — 1996 йылдың 29 октябрендә Радик Гәрәевтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Рәсми кешеләр, дуҫтары, яҡындары һәм туғандары, шул иҫәптән йырсының бер туғаны Рәлиф Радик Арыҫлан улын иҫкә алыу өсөн йыйылды.
Һәйкәл буласаҡ йырсы белем алған мәктәп ихатаһында ҡуйылған. Уның авторы — билдәле скульптор Хәлит Ғәлиуллин. Ул Радик Гәрәевтың микрофон тотоп йырлаған һынын һүрәтләгән.
Белем усағы 1997 йылдан бирле уның исемен йөрөтә, бында артистың музейы эшләй. Һәйкәл асыу тәҡдимен артистың яҡташтары индергән. Улар уны ҡойоу өсөн аҡса йыйған, шулай уҡ проект урындағы ҡаҙнанан финансланған.
Радик Гәрәев (1956-1996) — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, опера һәм эстрада йырсыһы (баритон), республиканың иң популяр һәм яратҡан артистарының береһе. Өфө сәнғәт институты профессоры Миләүшә Мортазинаның уҡыусыһы. 1983 йылда Сочиҙа уҙған «Ҡыҙыл ҡәнәфер» Халыҡ-ара сәйәси йыр фестивалендә Гран-приға лайыҡ була. Ул — Ғ.Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты. Башҡорт опера һәм балет театрында эшләй, 1990-1994 йылдарҙа театрҙы етәкләй. Репертуары ифрат бай була.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика