ӨФӨ, 2016 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүҙә «Miss Asia. Russia» бөтә Рәсәй милләт-ара гүзәллек фестиваленең һайлап алыу туры
уҙҙы. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн бөтә илдән һылыуҡайҙар йыйылды. Һайлап алыу этабында ҡыҙҙар сағыу ижади һәләттәрен, халыҡтың мәҙәниәтенә мөнәсәбәттәрен, йолаларҙы белеүҙәрен күрһәтте, киләсәккә булған ниәттәре, уй-хыялдары менән уртаҡлашты. Бәйге йомғаҡтары буйынса ике башҡорт һылыуҡайы Илнара Ниязғолова һәм Эльмира Вәлиева 13 финалсы иҫәбенә инде.