10:34 (UTC+5), 02 Ноябрь 2016

Башҡорт театрҙарының ике спектакле «Алтын битлек» исемлегенә индерелгән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең «Алтын битлек» милли театр премияһы һәм фестиваленең рәсми сайтында исемлек баҫылып сыҡты. Уға башҡорт театрҙарының ике спектакле ингән. Эксперт советы фекеренсә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Джут» һәм Салауат башҡорт драма театрының «Ерҙәштәр» спектаклдәре — 2015-2016 йылдар миҙгелендә иң билдәлеләр иҫәбендә.
«Джут» спектаклен ҡаҙаҡ драматургы Олжас Жанайдаровтың пьесаһы буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған. «Ерҙәштәр» спектакле Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы (тормош хикмәттәре) буйынса сәхнәләштерелгән. Режиссеры — Антон Фёдоров. Ике спектакль дә Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының Йәштәр премияһы менән билдәләнгән.
Исемлекте төҙөгәндә эксперттар театрҙа һәм видеояҙмала 614 спектакль ҡараған. Уға илдәге драма театрҙарының 97 һәм музыкаль театрҙарҙың 46 спектакле ингән.
Премия номинанттары иҫәбендә — биш номинацияла күрһәтелгән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика