Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Ноябрь 2016, 13:20
«Өфө тулҡыны-2016» фестиваль-конкурсының Гран-прийына Алёна Завьялова лайыҡ булды
социаль селтәрҙәр
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Өфө тулҡыны-2016» V популяр йыр һәм музыка фестиваль-конкурсының Гран-прийына Алёна Завьялова лайыҡ булды. Йырсы Өфө сәнғәт институтын тамамлаған һәм хәҙер «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә эшләй.
Кисә MusicHall 27 клубында «Спутник FM» радиоһы ойошторған шоуҙың финалы уҙҙы. Унда 14 вокалист һәм музыкаль төркөм алты номинацияла лидерлыҡ өсөн көрәште. Рәсәй киноһы йылында жюри ағзалары илебеҙҙә төшөрөлгән фильмдар, сериалдар һәм йәнһүрәттәрҙәге йырҙарҙы иң яҡшы башҡарыусыларҙы һайланы.
«Дебют» номинацияһында Диана Иванова (9-11 йәшлектәр) һәм Наҙгөл Отузова (11-13) награда яуланы. «Иң яҡшы төркөм» номинацияһында Башҡорт дәүләт филармонияһының «Карауан» төркөмө еңеүсе булды. Элина Файзырова һәм Евгений Евдокимов «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ вокалы» һәм «Иң яҡшы ир-егет вокалы» номинацияларында бүләкләнде. Пётр Козырев махсус номинацияла билдәләнде.
Сәхнәлә Ырымбурҙан килгән «Мои НЛО» төркөмө ҡунаҡ сифатында сығыш яһаны. Уларға «Сикһеҙ музыка» номинацияһында награда тапшырылды. Былтырғы еңеүсе Ksenya Shaffy, Карен Оганесян һәм фестиваль-конкурстың беренсе миҙгелендә Гран-при яулаған Алина Әминева «Uphillers» төркөмө менән яңы йырҙар башҡарҙы.
Теги:
өфө тулҡыны
Читайте нас