07:03 (UTC+5), 31 Октября 2016

Өфөләрҙе Заһир Исмәғилевтың 100 йыллығына арналған Сәнғәт төнөнә саҡыралар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләрҙе композитор Заһир Исмәғилевтың 100 йыллығына арналған Сәнғәт төнөнә саҡыралар. 3 ноябрҙә киске сәғәт 6-нан төнгө 11-гә тиклем сәнғәт һөйөүселәрҙе Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында көтәләр.
«Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем» тип аталған программаның тәүге өлөшөндә түңәрәк өҫтәл ойошторола. Уның барышында Заһир Ғариф улының ҡыҙы, билдәле композитор Ләйлә Исмәғилева, «Заһир Исмәғилев» картинаһының режиссерҙары Зөһрә Бураҡаева һәм Роман Пожидаев менән осрашыу була. Тамашасыларға «Заһир Исмәғилев» фильмы күрһәтелә.
«Ҡурайҙан операға тиклем» тигән бүлектә ижади коллективтарҙың һәм буласаҡ музыканттарҙың сығышы ҡаралған. Теләге булғандар өсөн музей һәм «Шағирҙың сәйәхәте» күргәҙмәһе буйлап экскурсия үткәрелә.
Сараны Башҡортостандың Милли әҙәби музейы ойоштора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика