07:23 (UTC+5), 28 Октября 2016

Башҡорт музыканты Рәмил Ғәйзуллин Ҡаҙағстанда оҫталыҡ дәрестәре менән сығыш яһаны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Билдәле башҡорт музыканты Рәмил Ғәйзуллин Ҡаҙағстанда ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Сәфәр Е.Оморҙаҡов исемендәге Кустанай өлкә филармонияһы һәм өлкәнең мәҙәниәт бүлеге саҡырыуы буйынса ойошторолдо. Маэстро солист булараҡ сығыш яһаны, шулай уҡ Кустанай филармонияһының ҡаҙаҡ халыҡ уйын ҡоралдары оркестрына дирижерлыҡ итте.
«Мин Нур Дауытовтың «Фатима» һәм Тәлғәт Абдрахмановтың «Салауат маршы» әҫәрҙәрен, «Булдирген» тигән ҡаҙаҡ көйөн уйнаным, — тип һөйләне Рәмил Ғәйзуллин. — Беҙҙең башҡорт халыҡ һәм авторлыҡ әҫәрҙәре Ҡаҙағстанда ҙур һорау менән файҙалана. Ҡаҙаҡтар думбыра, ҡыл-ҡумыҙ, ҡумыҙ, һорнай, ятаған кеүек сиртмә ҡыллы музыка ҡоралдарын популярлаштыра. Әммә, минеңсә, тынлы уйын ҡоралдарына тейешле иғтибар бүленмәй. Шуға күрә ҡаҙаҡтар башҡорт репертуары, беҙҙең ҡумыҙҙы популярлаштырыу менән ҡыҙыҡһына. Бынан тыш, улар үҙҙәренең музыканттарын Башҡортостанға уҡырға ебәрергә әҙер. Шулай уҡ Ҡаҙағстанда концерттар менән алмашырға һәм оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итәләр».
Концерттан һуң мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Рәмил Ғәйзуллинға иҫтәлекле бүләк — «Fасырлар пернесi» фестиваленең 25 йыллығы уңайынан сығарылған сувенир тапшырҙы.
Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, артистың киләсәккә ижади пландары — Волгоград өлкә филармонияһының «Егерме йыл илһам» тип аталған концертында ҡатнашыу. Н.Калинин исемендәге Волга рус халыҡ оркестрының 20 йыллығына бағышланған кисә 10 ноябрҙә үтә. Унда Ҡалмыҡстан, Монголия, Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар, Дондағы Ростовтан музыканттар ҡатнаша.
2017 йылда Рәмил Ғәйзуллин Татарстанға ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәренә саҡырылған. Оҫталыҡ дәрестәре Әлмәт, Яр Саллы ҡалаларында, Балтаси ҡасабаһында ойошторола.
Рәмил Ғәйзуллин — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы, республиканың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрына нигеҙ һалыусы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика