17:19 (UTC+5), 27 Октября 2016

«Серле шаршау» балалар һәм йәштәр театрҙары конкурсында 150-нән ашыу үҙешмәкәр артист ҡатнаша

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте
Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Ҡыйғы районында «Серле шаршау» балалар һәм йәштәр театрҙарының республика конкурсы башланды. Быйыл Благовещен, Өфө, Бөрө ҡалаларының, Дүртөйлө, Дыуан, Туймазы, Салауат райондарының балалар һәм йәштәр театр коллективтары 13 спектакль сәхнәләштерә. Улар араһында драма, агитация-художестволы, музыкаль һәм ҡурсаҡ театрҙары бар. Форумға 150-нән ашыу үҙешмәкәр артист йыйылды.
Сығыштарҙы тәжрибәле жюри баһалай. Уның составына танылған театр сәнғәте эшмәкәрҙәре, педагогтар, режиссерҙар: Әхтәм Абушахманов, Мөсәлим Күлбаев һәм Айрат Абушахманов инә.
«Һәр спектакль ентекле тикшерелә. Бөгөн — конкурс көнө. Иртәгә жюри ағзалары режиссерҙар һәм театр коллективтары етәкселәре өсөн режиссура, башҡарыу оҫталығы, сәхнә, музыкаль яҡтан биҙәлеш буйынса ижади лаборатория үткәрә», — тип хәбәр итте Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ирина Захарова.
Еңеүселәр һәм призерҙар 28 октябрҙә «Серле шаршау» конкурсын ябыу тантанаһында иғлан ителә.
Сара балалар театр сәнғәтен (драма, ҡурсаҡ, музыкаль) үҫтереү һәм республика театр фестивалдәрен үткәреү традицияларын һаҡлау маҡсатында уҙғарыла. Ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ҡыйғы районы хакимиәте, республика Театр эшмәкәрҙәре союзы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика