06:05 (UTC+5), 27 Октября 2016

Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кинофестивале асылды

Альберт Заһиров
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» III халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивале асылды. Тантана ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың ҡыҙыл келәмдән үтеүе менән башланды. Ун биш ҡатнашыусы, венгр кино белгесе һәм кино тәнҡитсеһе Иван Форгач етәкселегендәге жюри ағзалары, республиканың кино эшмәкәрҙәре, Башҡорт дебютанттар питчингы эксперттары тантаналы рәүештә «Башҡортостан» дәүләт концерт залына инде.
Тантананы башҡорт актеры Артур Әмиров, диктор Таһир Вәхитов һәм илдә танылған актриса Ольга Кабо алып барҙы.
«Мин «Көмөш Аҡбуҙат» фестивален асыуҙа икенсе тапҡыр ҡатнашам. Бында туғандарым, дуҫтарым, артистар менән осрашам. Өфө мине тыуған ҡалам кеүек ҡаршы ала, — тине Ольга Кабо. — Әлегә «Мин уҡытыусы» фильмын ғына ҡараным. Бик оҡшаны, күңелемә үтеп инде».
«Фестивалдән яҡшы фильмдар һәм яңы исемдәр, яңы еңеүселәр тыуыуын көтәбеҙ», — тине билдәле актриса, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Таңсулпан Бабичева.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов хлопушка менән кино байрамына старт бирҙе. Тамашасыларға конкурста ҡатнашҡан 24 фильмдың исеме иғлан ителде һәм видеоролик күрһәтелде. Ҡунаҡтар Аҡбуҙат образы һәм Башҡортостан мәҙәниәте менән танышты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 26-28 октябрҙә Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» фестивале уҙа. Конкурста ҡатнашҡан фильмдарҙы иртәнге сәғәт 11-ҙән «Родина» кинотеатрында бушлай ҡарарға мөмкин.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика