18:22 (UTC+5), 26 Октября 2016

Баш ҡалала яҙыусы Риф Тойғоновтың хәтер кисәһе уҙҙы

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Октябрь айында Башҡортостандың күренекле яҙыусыларының береһе Риф Тойғоновтың тыуыуына 70 йыл тулды. Республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында шағир һәм прозаик, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәренә арналған кисә ойошторолдо.
Махсус китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында рус һәм башҡорт телдәрендә Риф Тойғоновтың «Актриса» исемле повесы тауышландырылды. Повесть дисктарҙа сығарылған һәм тиҙҙән китапхана фондына һәм уның филиалдарына таратыласаҡ.
Ҡунаҡтар алдында яҙыусының ҡатыны Рәйсә Арыҫлан ҡыҙы сығыш яһаны. Ул яҙыусының тормош һәм ижад юлы, ғаиләләге йылы мөнәсәбәттәр һәм балалары хаҡында һөйләне. Кисәлә махсус китапхананың ишетеү һәм күреү һәләте булмаған ҡулланыусылары ла бар ине, сара сурдотәржемә менән оҙатылып барҙы.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика