11:22 (UTC+5), 26 Октябрь 2016

Баш ҡалала «Көмөш Аҡбуҙат» III халыҡ-ара фестивале башланды

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» III халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивале башланды. Иртәнге сәғәт 11-ҙә «Родина» кинотеатрында конкурс фильмдары күрһәтелә башланы. Фильмдарҙың плакаттары менән биҙәлгән кинотеатрға инеү менән фестиваль кәйефе һиҙелә. Экранда төрлө илдәрҙән ебәрелгән фильмдарҙан төҙөлгән ролик, трейлерҙар ҡарарға мөмкин. Кинолар бөгөн һәм алдағы ике көндә киске сәғәт 6-ға тиклем күрһәтелә.
Кинотеатрҙың күк залында уйын фильмдары Монголияла төшөрөлгән «Әсә» исемле тулы метражлы фильм (режиссеры — Эрдэнэцэцэг Базаррагаа) менән асылды. «Фестивалде башлап ебәреүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Фильмыбыҙ мөхәббәт хаҡында», — тип билдәләне продюсер һәм сценарист. Тамашасылар әсә менән улдың драматик яҙмышы аша монгол мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша алды. Фильм инглиз телендәге субтитрҙар менән бара һәм рус теленә синхрон тәржемә ителә.
Йәшел залда өфөләргә Рәсәй режиссеры Максим Кобзевтың «Һалдат монологы» тигән ҡыҫҡа метражлы документаль фильмы тәҡдим ителде. Залдарҙа фестивалдә ҡатнашыусылар, баш ҡала мәктәптәре уҡыусылары бар ине. Тамашасылар шунда уҡ оҡшаған фильм өсөн тауыш бирә ала. Иң күп тауыш йыйған фильмға тамашасылар призы тапшырыла.
26–28 октябрҙә Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале уҙғарыла. Бөгөн кис фестивалде рәсми асыу тантанаһы була. Киске сәғәт 6-ла ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар ҡыҙыл келәм буйлап үтәсәк һәм концерт номерҙарын ҡараясаҡ. Фестиваль программаһында фильмдар күрһәтеү, ижади осрашыуҙар, режиссер Давлат Худоназаровтың оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Сара барышында II йәштәр дебютанттар питчингы үткәрелә. Шулай уҡ Башҡорт киноһы көнө ойошторола һәм Рәсәй фильмдары күрһәтелә.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика