11:07 (UTC+5), 25 Октября 2016

Республикала беренсе Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсының еңеүселәре билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә уҙған беренсе Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсының төп призына Ғафури районынан Илһам Байбулдин лайыҡ булды. Ҡалмыҡстандан Батыр Манджиев, Кемеров өлкәһенән Аясма Тулуш, Ҡырғыҙстандан Доолотбек Сыдыков, Яҡутстандан Зоя Стрекаловская, Архангельск ҡалаһынан Софья Брусникина, Дағстандан Алибей Романов, Өфөнән Розалиә Солтангәрәева һәм Сибайҙан Асия Ғәйнуллина лауреат исемен алды.
Жюри ағзалары дипломанттарҙы һәм махсус приздарға лайыҡ булыусыларҙы билдәләне, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Гала-концертта мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев республика Башлығының сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе. Унда былай тиелә: «…Башҡорт халҡы үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын телдән-телгә, быуындан-быуынға тапшыра һәм ҡәҙерләп һаҡлай. Эпик традицияларҙың өҙлөкһөҙлөгө күрһәтеүенсә, башҡорт халҡы йөҙҙәрсә һәм меңдәрсә халыҡ сәсәндәренең хәтерендә үҙенең рухи мәҙәниәтен һаҡлап ҡала алған. Уларҙың традициялары әле лә йәшәй».
Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ла фестивалде Өфөлә уҙғарыуҙы хупланы. Комиссияның яуаплы секретары Григорий Орджоникидзеның сәләмләүендә былай тиелә: «…Һис шикһеҙ, халыҡ сәсәндәренең боронғо сәнғәте — халыҡтарҙың үҙенсәлеген, уларҙың тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлауҙың бер сараһы, бөгөнгө фестиваль иһә хәҙерге донъяла үҙ-ара аңлашыуҙы һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуҙың мөһим факторы булып тора».
Гала-концертта «Зайнетдин» этно-проекты, «Ятаған», «Алпамыша» этно-төркөмдәре һәм фестивалдә ҡатнашыусылар сығыш яһаны.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика