06:48 (UTC+5), 24 Октября 2016

Социаль селтәрҙәрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 75 йыллығы уңайынан хәтер акцияһы башланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Социаль селтәрҙәрҙә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 75 йыллығына арналған акция башланды. Теләге булған һәр кем үҙ битендә олатаһы йәки туғаны — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире тураһында яҙма урынлаштыра ала. Шулай уҡ #112bashkav75 билдәһен ҡуйырға кәрәк.
«Тыуған илеңде яратаһыңмы, ата-бабаларыңдың ҡаһарманлығы менән ғорурланаһыңмы, халыҡтың тарихын һаҡлап ҡалырға теләйһеңме? Уларҙың батырлығын халыҡтың күңелендә һәм хәтерендә һаҡла! Киләсәк быуындарҙың рухын нығыт!» — тип мөрәжәғәт итә ойоштороусылар.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың декабрендә Өфөлә ойошторола. Дондан алып Эльбаға тиклем яу юлы үтеп, дивизия Юғары Баш командующий бойороҡтарында һуғышта айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәткәндәр иҫәбендә 15 тапҡыр телгә алына. Уның 3860 яугире орден-миҙал менән бүләкләнә, 78-е – Советтар Союзы Геройы, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика