09:40 (UTC+5), 24 Октября 2016

Республиканың 100 йыллығына «Өфө мираҫы» тип аталған мәҙәни-тарихи этнокомплекс барлыҡҡа килеүе ихтимал

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың 100 йыллығына «Өфө мираҫы» тип аталған мәҙәни-тарихи этнокомплекс барлыҡҡа килеүе ихтимал. Йәмәғәтселәр уны Октябрь революцияһы урамында һаҡланып ҡалған тарихи төҙөлөш базаһында төҙөргә тәҡдим итә. Улар бергәләп республика Башлығына мөрәжәғәт иткән һәм «Өфө мираҫы» этнокомплексын 100 өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индереүҙәрен һорай. Мөрәжәғәткә ҡул ҡуйыусылар араһында танылған архитекторҙар, дәүләт экспертизаһы эксперттары, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, журналистар, рәссамдар бар.
«Өфө мираҫы» проектының нигеҙендә — өс туристик маршрут: беренсеһе Дуҫлыҡ монументы — Октябрь революцияһы урамы — Ҡунаҡһарай — Коммунистик урамы; икенсеһе: Пушкин урамы — Яңы күпер урамы — Ленин урамы — К. Маркс урамы — Гоголь урамы; өсөнсөһө: Салауат урамы — Софья аллеяһы (Туҡай һәм Рәсүлев урамдары) — Совет урамы — Гоголь урамы. Проект инициаторҙары Аксаков паркында Йәйге театрҙы тергеҙергә кәрәк тип иҫәпләй. Тюлькиндың йорт-музейында ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы — XXI быуат башындағы башҡорт һынлы сәнғәт мәктәбенең музей-күргәҙмәләр залын асырға тәҡдим ителә.
«Өфө мираҫы» мәҙәни-тарихи этнокомплексы инфраструктураһына йәйәүлеләр зонаһын һәм велосипед юлдарын индереү күҙаллана. Тергеҙелгән биналарҙа музейҙар, милли ихаталар урынлаштырырға тәҡдим ителә. «Бында йыл дауамында байрамдар, фестивалдәр ойошторорға, ҡаланың үҙенсәлекле тарихи мөхите һәм бөйөк яҡташтарыбыҙ, шәхестәребеҙ йәшәгән, ижад иткән урындар менән ҡыҙыҡһынған сит ил делегацияларын һәм ҡунаҡтарын саҡырырға мөмкин. Улар — Рудольф Нуриев һәм Федор Шаляпин, яҙыусылар Сергей Аксаков, Сергей Довлатов, Андрей Платонов, рәссамдар Михаил Нестеров һәм Давид Бурлюк, башҡа фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре. Өфө туристар һәм ҡала халҡы өсөн тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм күркәмерәк булыр ине», — тип иҫәпләй проект авторҙары.
Проектты тормошҡа ашырыу барышында ошо объектты төҙөү өсөн профессиональ архитекторҙарҙы һәм реставраторҙарҙы, төҙөүселәрҙе, эшҡыуарҙарҙы, шулай уҡ ирекмәндәрҙе, юғары уҡыу йорттары студенттарын һәм уҡыусыларҙы йәлеп итеү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика