07:04 (UTC+5), 21 Октября 2016

Республикала йәшәүселәрҙе «Ирәмәл 2016» фотоконкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Фотоһәүәҫкәрҙәр һәм теләге булған һәр кем «Ирәмәл 2016» фотоконкурсында ҡатнаша ала. Ойоштороусылар — «Турист күҙҙәре менән» һәм «Йәнле тәбиғәт» телеканалдары ярҙамында «Роза ветров» турфирмаһы. Фотоһүрәттәр 20 ноябргә тиклем konkurs@rozavetrov.ru электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. «Ирәмәл — дүрт миҙгел» һәм «Туристик Ирәмәл — һаулыҡ сығанағы» номинациялары билдәләнгән.
Еңеүселәр «Ирәмәл тау приюты» турбазаһына юллама, «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендәге «Ҡунаҡ йорто»нда йәшәү өсөн сертификаттар, «Гордеевтың фитоүҙәге»нән дарыу үләндәре йыйылмаһы менән бүләкләнә. Иң яҡшы 50 фотоһүрәтте декабрь айында Өфөләге популяр галереяларҙың береһендә күрергә мөмкин.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — www.konkurs.rozavetrov.ru сайтында.
Ирәмәл — бейеклеге буйынса Башҡортостанда икенсе урынды алып торған мөһабәт тау. Ул Учалы районының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Ҙур Ирәмәл (1582,3 метр) Бәләкәй Ирәмәл (1449,4 метр) менән тоташҡан, эйәр формаһын хәтерләткән арауыҡтың киңлеге — 1 километр, бейеклеге — 1200 – 1250 метр самаһы. Тау һыҙаты төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан – 12, төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа 8 километрға һуҙылған. Тау итәгенән Тығын, Синйәк, Ҙур Әүнәр, Ҡарағайлы һәм Төлөк йылғалары башлана. Был йылғалар Ағиҙелдең ҡушылдыҡтары булһа, Ағиҙел йылғаһы үҙе лә ошо уҡ тау һырттарының Әүәләк тау һырты тирәһенән баш ала.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән Ирәмәл тауы янындағы биләмә (Әүәләк тау һырты ла) тәбиғәт паркы тип иғлан ителгән.
Ирәмәл тауы — Көньяҡ Уралдың матурлыҡ символы. Уның исеме «изге тау» һәм «батыр эйәре» тип тәржемә ителә. Ирәмәл — туристар һәм фотографтар өсөн ысын мәғәнәһендә әкиәт донъяһы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика