10:21 (UTC+5), 20 Октября 2016

«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале еңеүселәре 10 статуэтка һәм алты махсус приз менән бүләкләнә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале еңеүселәре 10 статуэтка һәм алты махсус приз менән бүләкләнә. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында фестивалдең директоры Азамат Хужәхмәтов ошо хаҡта хәбәр итте.
Төп приз — «Көмөш Аҡбуҙат» Гран-прийы. «Тулы метражлы уйын фильмының иң яҡшы сценарийы өсөн», «Тулы метражлы уйын фильмында иң яҡшы режиссер эше өсөн», «Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмында иң яҡшы режиссер эше өсөн», «Документаль фильмдың иң яҡшы геройы өсөн» һәм башҡа приздарға лайыҡ булыусыларға статуэткалар тапшырыла. Махсус приздар араһында тамашасылар һөйөүе, жюриҙың махсус, Башҡортостан мәҙәниәт министрының, милли рух өсөн Әмир Абдразаҡов исемендәге һәм оператор сәнғәтенә ҙур өлөш индергән өсөн Ғилуан Әмиров исемендәге приздар бар.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 254 эштең 24-е — туғыҙ документаль, һигеҙ тулы метражлы һәм ете ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм һайлап алынған. Һайлап алыу комиссияһы һәм жюри милли һәм этник тематикалы фильмдарға өҫтөнлөк бирә. Тап улар ғына призлы урындарға дәғүә итә ала.
26-28 октябрҙә Өфөлә III халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кинофестивале уҙғарыла. Тәҡдим ителгән эштәрҙең географияһы киң: Монголия, Иран, Ҡаҙағстан, Афғанстан, Бангладеш, Ҡырғыҙстан, Мысыр һәм Сирия, Украина һәм Әрмәнстан, шулай уҡ Башҡортостан, Татарстан, Ҡабарҙа-Балҡар һәм илдең башҡа төбәктәре. Фильмдарҙы «Родина» кинотеатрында иртәнге сәғәт 11-ҙә ҡарарға мөмкин.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика