17:34 (UTC+5), 20 Октябрь 2016

Өфөлә «Дуҫлыҡ гөлләмәһе»ндә 50-гә яҡын балалар ижад коллективтары сығыш яһай

Өфө хакимиәте сайты
Өфө хакимиәте сайты
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» милли мәҙәниәттәр фестивалендә 50-гә яҡын балалар ижад коллективтары сығыш яһай. Гала-концерт йома, 21 октябрҙә, Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә (Беренсе Май урамы, 47) уҙа. Сара барышында «Рәсәйҙең кино ижадында Башҡортостан» тип аталған биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмәһе ойошторола. Унда өҫтәмә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәренең эштәре ҡуйыла.
«Дуҫлыҡ гөлләмәһе» фестивале 2008 йылдан уҙғарыла. Төп маҡсаты — уҡыусыларҙа илһөйәрлек, милли үҙаң, толерантлыҡ һәм татыулыҡ тойғоһо тәрбиәләү, шулай уҡ үҫеп килеүсе быуынды рухи-әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәргә йәлеп итеү. Йыл һайын һайлап алыу турында 1500-гә яҡын бала ҡатнаша.
Фестиваль йомғаҡтары буйынса еңеүселәр һәм ҡатнашыусылар Өфө мәғариф идаралығының дипломдары менән бүләкләнә.
Гала-концерт көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика