10:17 (UTC+5), 17 Октября 2016

Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры ҡоралдар һәм гастролдәр өсөн финанслау аласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры музыка ҡоралдары һәм Мәскәү, Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәргә сығыу өсөн өҫтәмә аҡса аласаҡ. Был хаҡта филармонияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Яңыраҡ коллективтың художество етәксеһе һәм баш дирижеры алмашынды. Хәҙер уның художество етәксеһе — халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Линар Дәүләтбаев.
Әлеге ваҡытта оркестр республика ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Бөгөн, 17 октябрҙә, коллектив — Учалы ҡалаһында, 20 октябрҙә Яңауылда сығыш яһай. Октябрьский халҡы өсөн милли оркестр «Урал легендалары» исемле программа тәҡдим итә. Концерт 27 октябрҙә музыка колледжында була. Киске сәғәт 6-ла башлана.
«Беҙ башҡорт композиторҙары Урал Иҙелбаев һәм Шәүрә Сәғитованың репертуарын әҙерләнек. «Урал легендалары» программаһы — Рәсәй буйлап ойоштороласаҡ гастролдәрҙең төп темаһы», — тип хәбәр итте Линар Дәүләтбаев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика