12:13 (UTC+5), 04 Октября 2016

Башҡорт драма театрының «Антигона» спектаклендә Хор ролен танылған актер Алмас Әмиров уйнай

Башҡорт драма театрының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 4-5 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында 97-се ижад миҙгелендә тәүге премьера — Жан Ануйҙың пьесаһы буйынса «Антигона» спектакле күрһәтелә. Милли сәхнәлә был сюжет беренсе тапҡыр ҡуйыла, уны башҡорт теленә Факил Мырҙаҡаев тәржемә иткән.
Спектаклде музыкаль яҡтан Ғ.Камал исемендәге Татар театрының баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев биҙәгән. Геройҙар бурыс һәм кешелек дәрәжәһе, мөхәббәт һәм нәфрәт, йәшәү өсөн үлем кеүек мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй. Антигона ролен йәш акртиса Лилиә Ғәлина уйнай.
Спектакль сағыу актерлыҡ эше менән тамашасылар хәтерендә ҡаласаҡ. Театрҙың художество етәксеһе, танылған актер Олег Ханов йәнә тиран ролен, был юлы Креонды башҡара. Хор образы радио алып барыусыһы Алмас Әмировҡа бирелгән. Тамашаға билдәле һәм йәш актерҙар йәлеп ителгән: Гөлмирә Исмәғилева һәм Гөлназ Хайсарова (Исмена), Алһыу Ғәлина-Ғафарова (Ҡараусы), Гемон (Илсур Байымов), һаҡсылар (Илдар Сәйетов, Азамат Ғафаров, Юнир Ҡоланбаев), Креондың хеҙмәтсеһе (Айнур Ситдиҡов).
Сәхнә әҫәре театрҙың баш рәссамы, «Алтын битлек» премияһына лайыҡ булған Альберт Нестеровтың үҙенсәлекле сценографияһы менән айырылып тора.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика