Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Сентябрь 2016, 16:15
Санкт-Петербургта башҡорт киноһы фестивале уҙғарыла
ӨФӨ, 2016 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Санкт-Петербургта башҡорт киноһы фестивале уҙғарыла. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһы хәбәр итә. Фестиваль Рәсәй киноһы йылына һәм «Кешегә хат» халыҡ-ара кинофестиваленә арналған.
Санкт-Петербург мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының кинозалында анимация һәм нәфис, шул иҫәптән йәш режиссер Айнур Асҡаровтың фильмдары күрһәтелә. Сарала Өфөнән дә ҡунаҡтар — режиссер, ТЭФИ премияһы һәм халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты Вилүрә Иҫәндәүләтова, «Башҡортостан» киностудияһының производство етәксеһе Гөлнур Ильясова ҡатнаша. Абруйлы ҡунаҡтар — Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса комитет рәйесе Олег Махно һәм Санкт-Петербургтағы Милләттәр йорто директоры Елена Кузнецова.
Фильмдар рус теленә тәржемә ителгән. Сара киске сәғәт 6-ла башлана, инеү ирекле.
Теги:
башҡорт киноһы
Читайте нас: