11:18 (UTC+5), 27 Сентябрь 2016

Театр төнөндә баш ҡала тамашасылары «Ханума» премьераһынан өҙөк ҡарай ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева /. М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тамашасылар өсөн бүләк әҙерләгән. Театрҙың матбуғат секретары Дарья Ольхова хәбәр итеүенсә, «Театр төнө-2016» акцияһы сиктәрендә башҡорт труппаһы артистары «Ханума» спектакленән музыкаль өҙөк күрһәтә. Премьера 6 һәм 7 октябргә билдәләнгән.
«Әле яңы спектаклдең репетициялары бара, — тип һөйләй режиссер Рөстәм Хәкимов. — Беҙ ҡунаҡтарыбыҙҙы аптыратырға һәм уларға премьеранан сағыу бер өҙөк күрһәтергә булдыҡ. Тамашасыларға Кабато ролен уйнаған Ләйсән Миңлеғәлиева башҡарыуында йыр тәҡдим итәбеҙ».
Йәштәр театрының «төнгө» программаһында фойела бер нисә майҙансыҡ: грим һәм костюмдар залы, шиғриәт майҙаны, фотомөйөш, музыкаль ҡунаҡхана, кәсепселәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһе эшләйәсәк. Шулай уҡ «Бишкә тиклем һанайым», «Чиполлино», «Башҡорт тотҡонбикәһе», «Аладдин», «Аҡса булһа бер муҡса…», «Йәшен», «Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа» һәм «Ханума» спектаклдәренән өҙөктәр күрһәтеләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика