07:09 (UTC+5), 27 Сентября 2016

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев вафат булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Бөгөн иртән Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почетлы гражданы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдулхаҡ Игебаев 87-се йәшендә донъя ҡуйҙы. Ул хәҙерге башҡорт шиғриәтенең сағыу вәкилдәренең береһе, нескә хисле лирик ине.
Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Баймаҡ районының Күсей ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Иртә етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946 йылда Темәс педагогия училищеһын, 1950 йылда К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. 1950-1969 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны», «Ҡыҙыл таң» гәзиттәрендә, «Ағиҙел» журналында эшләй. 1969-1971 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. 1971-1990 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының шиғриәт бүлеген етәкләй.
Шиғырҙары 1948 йылда баҫыла башлай. Уның 25-тән ашыу китабы донъя күргән. Бик күп шиғырҙар, «Ирәндек бөркөтө», «Оран һала Ер-әсә», «Урал тауышы», «Һөйөү йыры», «Корея ҡыҙы» поэмалары авторы. «Ирәндек бөркөтө» поэмаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташы, Советтар Союзы Геройы Тәфтизән Миңлеғоловҡа арналған. Шағир «Оран һала Ер-әсә» поэмаһы өсөн Ғ.Сәләм исемендәге премияға лайыҡ була. Поэма рус, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, украин, яҡут телдәренә тәржемә ителгән. Композиторҙар Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Рафиҡ Сәлмәнов, Шамил Ҡолбарисов, Рим Хәсәнов уның шиғырҙарына йырҙар ижад иткән.
Абдулхаҡ Игебаев балалар әҙәбиәте өлкәһендә әүҙем эшләне. Ул — «Минең һеңлем» (1958), «Аҡбуҙат» (1960), «Еҙ ҡыңғырау» (1968), «Ни өсөн ҡайын илай?» (1982), «Сәй ҡайнатты ҡуяндар» (1977) тигән китаптар авторы. Ижадында юмористик һәм сатирик шиғырҙар ҙур урын биләй. Ул алты томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихын» төҙөүҙә ҡатнаша.
1991 йылда «Әйтелмәгән һүҙҙәр» шиғри йыйынтығы өсөн Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика