Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Сентябрь 2016, 10:49
Баш ҡалала «Хәйерле Stand-Up кис» юмористик проектының яңы миҙгеле асыла
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 26 сентябрҙә Өфөләге «Театро» клубында «Хәйерле Stand-Up кис» юмористик проектының яңы миҙгеле асыла.
Уҙған миҙгелдең күп кенә резиденттары йәнә бер сәхнәлә сығыш яһай. Тамашасыларҙы актуаль темаларға тапҡыр шаяртыуҙар, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары башҡарыуында йырҙар көтә. «Асыҡ микрофон» ойошторола, унда теләгән һәр кем үҙенең мәҙәктәрен һөйләй ала. Сара киске сәғәт 8-ҙә башлана.
Тулыраҡ мәғлүмәт «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге
төркөмдә
, шулай уҡ
www.standup-bash.ru
рәсми сайтында бирелгән.
Теги:
юмор
юмористик проект
stand up
Читайте нас: