05:16 (UTC+5), 23 Сентября 2016

Өфөлә «Зәңгәр ҡош» Бөтә Рәсәй йәш һәләттәр фестиваленең төбәк этабын ойоштороусылар һәм журналистар бүләкләнде

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 22 сентябрҙә Өфөлә «Рәсәй Башҡортостан» телеканалы хеҙмәткәрҙәре һәм «Зәңгәр ҡош» Бөтә Рәсәй йәш һәләттәр фестиваленең төбәк этабын ойоштороусылар бүләкләнде. Рәхмәт хаттарын «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлихов тапшырҙы.
«Талантлы балаларға өмөт бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ил күгендә республикабыҙҙан йәш йондоҙҙар ҡабыныр тип ышанабыҙ», — тине Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы етәксеһе, тантанала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
«Зәңгәр ҡош» конкурсының төбәк этабы август аҙағында уҙҙы. Һайлап алыу турында бөтә республиканан йөҙҙәрсә йәш талант эйәләре ҡатнашты, улар йыр, бейеү, акробатика, музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталығын күрһәтте. Финалға сығыусыларҙың исеме ноябрь айында билдәле була.
Ҡатнашыусылар ҙа, баһалама ағзалары ла конкурс программаһының юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне. Жюри составында республиканың танылған сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре — йырсы Иҙрис Ғәзиев, дәүләт академия хор капеллаһы дирижеры Алһыу Хәсбиуллина, музыка уҡытыусыһы Лия Кәримова, композитор Урал Иҙелбаев, эстрада-джаз башҡарыу кафедраһы доценты Ирина Остин, Р.Нуриев исемендәге хореография колледжы директоры Олия Вильданова һәм ошо уҡыу йортоноң художество етәксеһе Леонора Ҡыуатова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сергей Павлов, алып барыусы Фирҙәт Ғәлиев һәм музыка белгесе Миләүшә Иҙрисова эшләне.
1 из 7
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика