09:18 (UTC+5), 23 Сентябрь 2016

Бөтә донъя фольклорсылары Өфөгә йыйыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 23-24 октябрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙғарыла. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ҡырғыҙстан, Алтай, Тыва, Саха (Яҡут), Финляндия, Санкт-Петербург, Архангельск, Кемеров, Екатеринбург, Силәбе, Ырымбур, Дондағы Ростовтан сәсәндәрҙең ҡатнашыуы тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Бәйгелә Башҡортостандан 10-дан ашыу сәсән ҡатнаша.
Фестиваль сиктәрендә бик күп ҡыҙыҡлы саралар: Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсы, «Урал батыр саҡырыуы буйынса» темаһына түңәрәк өҫтәл, республика рәссамдарының «Башҡорт халыҡ эпостары» темаһына һүрәттәр конкурсы, «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһының «Урал батыр» эпосы персонаждарының кейеҙҙән тегелгән костюмдар коллекцияһы, журналистар өсөн теле-радио брифингтар ҡаралған. Шулай уҡ «Асыҡ тирмә» — ғалимдар ҡатнашлығында әйтеш өсөн майҙансыҡ, шағир-импровизаторҙар бәйгеһе ойошторола.
Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек этаптарының береһе булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика