07:54 (UTC+5), 22 Сентября 2016

Марсель Ҡотоев «Ұлы Дала дауысы» радиофестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Марсель Ҡотоев «Ұлы Дала дауысы» («Бөйөк даланың тауышы») IV Халыҡ-ара радиофестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Ул «Ана туралы жыр» ҡаҙаҡ халыҡ йырын башҡарып, «Яңы исем» номинацияһында тәүге урынға сыҡты.
28 сентябрҙә «Казмедиа орталығы» киноконцерт залында фестивалдең гала-концерты була. «Ұлы дала дауысы» ІV Халыҡ-ара радиофестивале еңеүселәрен бүләкләү тантанаһын «Ҡаҙағстан» милли каналында ҡарарға мөмкин.
«Ұлы Дала дауысы» радиофестивале — Ҡаҙағстан радиоһы проекты. Был музыка аша дәүләт телен пропагандалаусы тәүге радиофестиваль. Сара 2012 йылдан алып уҙғарыла. Положениеға ярашлы, ҡатнашыусылар ҡаҙаҡ йырын йә иһә ҡаҙаҡ телендә үҙ халҡының йырын башҡарырға тейеш. Радио тыңлаусылар конкурстың сайтында еңеүселәрҙе билдәләне. Быйыл тауыш биреүселәр һаны бер миллиондан ашты, һәм ике аҙна дауамында финалға сыҡҡан призерҙар асыҡланды. Ҡаҙағстан, Төркиә, Рәсәй, Украина һәм Белоруссиянан 60 йырсы ҡатнашты. Улар араһынан 16 еңеүсе һайланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика