07:18 (UTC+5), 21 Сентября 2016

Өфө Рәсәй Рәссамдар союзының Алтын коллекцияһын ҡабул итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Рәсәй Рәссамдар союзының Алтын коллекцияһы менән танышырға мөмкин. Экспозиция М.В Нестеров исемендәге художество музейының дүрт залында урынлашҡан. Ул XX быуат рәссамдарының һынлы сәнғәт, графика, скульптура, халыҡ сәнғәте әҫәрҙәренән, совет һынлы сәнғәте коллекцияһынан тора. Әҫәрҙәрҙең төп йүнәлеше — тормошто реаль һүрәтләү.
«Беҙ төрлө замандарҙа ижад иткән оҫталарҙың һүрәттәрен килтерҙек. Тәүге тапҡыр Мәскәүҙән ситтә лак миниатюраһын күрһәтәбеҙ, — тип хәбәр итте Рәсәй Рәссамдар союзының яуаплы секретары Александр Греков. — Экспозиция бик һоҡланғыс, гуманистик сәнғәтебеҙгә тап килә».
Күргәҙмә ХХ быуат һынлы сәнғәт тарихының ҙур осорон үҙ эсенә ала. Музейға ҡуйылған иң беренсе эш — 1913, иң һуңғыһы 1993 йылда ижад ителгән. Һынлы сәнғәт бүлегендә илебеҙҙең күренекле рәссамдары — И.Э. Грабарь, Л.В. Туржанский, А.М. Грицай, Е.И. Зверьков, А.А. Мыльников, В.И. Иванов, Н.А. Пластов һәм башҡаларҙың эштәре урын алған. Скульптура бүлегендә тамашасылар М.К. Аникушин, Л.Е. Кербель, В.М. Клыков, А.Н. Ковальчук, А.В. Марц, Н.Б. Никогосян, А.И. Рукавишников һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәре менән таныша ала. Графика йыйылмаһына А.С. Бакулевский, И.Л. Бруни, О.Г. Верейский, И.В. Голицын, Е.А. Кибрик, А.В. Кокорин һәм башҡа оҫталарҙың әҫәрҙәре индерелгән. Экспозицияның тағы ла бер бүлеге — рус лак миниатюраһы әҫәрҙәре.
«Был күргәҙмә үҙебеҙ өсөн дә ҙур асыш булды. Шуныһы ҡиммәтле: дәүләттең тарҡалыу процесында Рәссамдар союзы ошондай коллекцияны һаҡлап ҡалған, — тип билдәләне сәнғәт белгесе, Нестеров музейының баш һаҡлаусыһы Валентина Сорокина. — Һынлы сәнғәт классиктары ғына һәм йылылыҡ бөркөп торған лак миниатюраһы тәҡдим ителгән».
Проект төбәк рәссамдары өсөн өҫтәмә ижади импульс бирә ала, тип иҫәпләй илдең Рәссамдар союзы вәкилдәре. Проект Башҡортостан Башлығының 900 мең һум күләмендәге гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Күргәҙмә 13 ноябргә тиклем эшләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика