09:59 (UTC+5), 20 Сентября 2016

Башҡортостандың 11 вәкиле Шаляпин конкурсының төп призы өсөн көс һынаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ошо көндәрҙә Өфөлә үтәсәк I Халыҡ-ара Шаляпин конкурсында Башҡортостандан 11 кеше ҡатнаша. Уларҙың туғыҙы — республика, икәүһе башҡа төбәктәрҙең намыҫын яҡлай. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына жюри секретары, вокал буйынса уҡытыусы Наилә Йосопова хәбәр итте.
Конкурста Башҡорт опера һәм балет театры солистары Артур Ҡәйепҡолов, Элина Ғәлимуллина, Рим Рәхимов, Салауат Кейекбаев, Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Динә Хөсәйенова һәм Әлиә Исҡужина, Өфө сәнғәт институты студенттары Дамир Тайыпов һәм Кирилл Белов ҡатнаша. Улар араһында Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар ҙа бар: Айгөл Әхмәтшина, Яна Акара (хәҙер Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты) һәм Айтуған Вәлмөхәмәтов (әле Ҡазанда белем ала).
Фёдор Шаляпин исемендәге I Халыҡ-ара вокалcылар конкурсында Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Дондағы Ростов, Санкт-Петербург, Ҡазан, Красноярск, Мәскәү, Новосибирск, Омск, Һамар, Һарытау, Өфө ҡалаларынан, Абхазия, Азербайжан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Украина, Ҡытай һәм АҠШ-тан 50-гә яҡын йәш йырсының ҡатнашыуы көтөлә. Аныҡ һан бөгөн билдәле була. Беренсе тур иртәгә көндөҙгө сәғәт 12-лә Ф.Шаляпин исемендәге концерт залында башлана. Сығыштарҙы Өфөлә тыуып үҫкән опера йондоҙо, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов етәкселегендәге жюри баһалай.
Гран-при 300 мең һум тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика