13:00 (UTC+5), 18 Сентября 2016

Өфөлә «Russian Dance Awards» тәүге бейеү премияһы ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 8 сентябрҙән ҡала округы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты ҡатнашлығында Өфөлә «Russian Dance Awards» тәүге бейеү премияһы уҙғарыла. Сара 22 октябргә тиклем дауам итә. Уның маҡсаты — ҡаланың иң яҡшы бейеү коллективтарын һәм бейеүселәрен бер сәхнәлә туплау.
Ойоштороусылар — «GoDance.tv» 1-се бейеү порталы һәм DFM Ufa радиоһы. Башҡортостан юлдаш телеканалы сараның генераль мәғлүмәт партнёры булып сығыш яһаны.
«Russian Dance Awards» бейеү премияһында төрлө йәштәге, бейеү йүнәлешендәге һәм әҙерлек кимәлендәге бейеүселәр үҙ көсөн һынай ала.
Номинанттарҙы һайлап алыу ике этапта уҙа — премияның сайтында онлайн-тауыш биреү һәм ҙур аудитория алдында сығыш яһау.
Ҡатнашыусыларҙың оҫталығын компетентлы жюри баһалай. Уның составында республиканың күренекле кешеләре эшләй.
Ҡабул ителгән ғаризалар буйынса, сарала 200-ҙән ашыу кешенең ҡатнашыуы, шулай уҡ 1000-дән ашыу тамашасының килеүе көтөлә.
Тулыраҡ мәғлүмәт премияның рәсми сайтында бирелгән.
Конкурстың финалы 22 октябрҙә «Өфө уттары» күңел асыу комплексында уҙа.
Белешмә өсөн телефон: +7 (927) 33-333-39; электрон почта pr@godance.tv
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика