07:06 (UTC+5), 14 Сентября 2016

Силәбелә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт атлылары хөрмәтенә мемориал асылды

«Уралым» гәзите
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбелә яңы иҫтәлекле урын — башҡорт атлыларына һәйкәл барлыҡҡа килде. Мемориалды асыу тантанаһы Силәбенең 280 йыллығын байрам итеү сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итте «Уралым» өлкә гәзите хәбәрсеһе Нурия Ихсанова. Һәйкәл 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм рус армияһының 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтарының легендар яугирҙәренә арналған. Тарихи хроникаға ярашлы, туғыҙ башҡорт һәм бер мишәр, дүрт Ырымбур казак полктарын ойошторғанда хәҙерге Силәбе өлкәһе биләмәһенән кеше һәм матди ресурстар файҙаланыла. Һәйкәлдәге яҙыу ошо хаҡта һөйләй.
Проект Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский һәм Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ярҙамында тормошҡа ашырылған. Һәйкәлде төҙөүҙә һәм ҡуйыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, урындағы «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы, «Соцгород» йәмәғәт хәрәкәте, «Люди долга» йәмәғәт берләшмәһе финанс яҡтан ярҙам күрһәткән.
Сарала Башҡортостандың «Любизар» хәрби-тарихи клубы ағзалары сығыш яһаны. Проектты ойоштороусылар әйтеүенсә, мемориалдың тышҡы йөҙө үҙгәртелә. 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм рус армияһының 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтары яугирҙәре темаһын художестволы яҡтан кәүҙәләндереү проектына конкурс иғлан итеү күҙаллана.
1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәлдәр Лейпциг һәм Дрезден (Германия), Петровское (Украина), Сибай (Башҡортостан) ҡалаларында ҡуйылған.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика