Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Сентябрь 2016, 13:43

Башҡортостан юлдаш телеканалы тамашасыларға «Сәләм, республика!» халыҡ акцияһының телевизион вариантын тәҡдим итә

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телеканалы тамашасыларға «Сәләм, республика!» халыҡ акцияһының телевизион вариантын тәҡдим итә. Борай ауылында төшөрөлгән тапшырыу 11 сентябрҙә киске сәғәт 5-тән 8-гә тиклем республиканың төп телеканалында эфирға сыға.
«Сәләм» программаһы алып барыусылары Башҡортостандың төрлө ҡалаларында һәм райондарында халыҡ менән осрашыуҙар ойоштора. «Хәйерле иртә, дуҫтар!» тип сәләмләне үткән йәкшәмбелә төньяҡ-көнбайышты Наил Юнысов һәм Дмитрий Каретко. Башҡортостан юлдаш телеканалының 15 йыллығы уңайынан «Сәләм» тапшырыуының ижади төркөмө Борайға килде. Ауылдың төп майҙанында өс сәғәтлек тапшырыу төшөрөлдө. Унда Борай, Мишкә һәм Ҡалтасы райондары вәкилдәре ҡатнашты. Барыһы ла мәҙәни программа һәм ҡулдан эшләнгән әйберҙәр күргәҙмәһе әҙерләгән.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай сара 29-сы тапҡыр уҙғарыла. Һәр район үҙен яҡшы яҡтан күрһәтергә тырыша.
«Борайҙа ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр бигерәк тә хайран ҡалдырҙы. Тапшырыуҙы төшөрөп бөткәс, улар беҙгә алмалар тултырылған пакет килтерҙе. Унда бер ҡортло алма ла юҡ ине!», — тип һөйләй алып барыусы Дмитрий Каретко.
«Сәләм, республика!» акцияһы һис ҡасан булмағанса актуаль, — ти Борай районы хакимиәте башлығы Борис Нурисламов. — Бында төрлө милләт кешеләре, уларҙың йәшәйештәре менән танышырға мөмкин. Ошондай проекттар милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу һәм райондар араһында иҡтисади бәйләнештәрҙе яҡшыртыу өсөн кәрәк».
Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева әйтеүенсә, был акция һуңғыһы түгел. Киләсәктә улар бөтә республиканы йөрөп сығырға ниәтләй.
Читайте нас: