11:21 (UTC+5), 06 Сентября 2016

Өфөләр Вахтангов исемендәге театрҙың «Анна Каренина» спектаклен һоҡланып ҡабул итте

Георгий Шишкин
Георгий Шишкин
ӨФӨ, 2016 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Вахтангов исемендәге Мәскәү академия драма театрының гастролдәре дауам итә. Кисә Рус театры сәхнәһендә «Анна Каренина» спектакле сәхнәләштерелде. Өфө тамашасыһы Лев Толстойҙың романы буйынса ҡуйылған заманса спектаклде һоҡланып ҡабул итте.
Режиссер-хореограф Анжелика Холинаның пластик метафоралары, Альфред Шниткеның драматик музыкаһы, Мариус Яцовскистың ҡыҫҡа сценографияһы классик сюжетҡа яңы һулыш өҫтәгән. Юозас Статкевичустың костюмдары, яҡтылыҡ биҙәлеше рәссамы Тадас Валейканың эше спектаклде кәрәкле компоненттар менән байыта.
Режиссерҙың иң ҡыйыу хореографик идеяларын тормошҡа ашырырға һәләтле драматик актерҙарҙың оҫталығын күреп, тамашасы көслө тулҡынланыу кисерҙе. Актерҙарҙың барыһы ла яҡшы физик формала, хәрәкәт, бейеү аша үҙенең образын бик шәп башҡара.
Анна Каренина ролен Ольга Лерман уйнаны. Вронский ролендә — Дмитрий Соломыкин, Каренин — Евгений Князев.
Бөгөн, 6 сентябрҙә, Рус драма театрында — А.Чеховтың «Дядя Ваня», «Нур» татар театрында Т. де Молиндың «Ревнивая к себе самой» драмаһы ҡуйыла. Е.Вахтангов исемендәге театрҙың Өфөләге гастролдәре «Ҙур гастролдәр» федераль программаһы сиктәрендә ойошторолдо.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика