Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.5
-0.35
89.31
-0.62
64.7
-0.16
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Сентябрь 2016, 16:22

Виртуоз Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Мәскәүҙә варган фестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Мәскәүҙә Халыҡ-ара варган фестивалендә сығыш яһай. Виртуоз ҡумыҙсы бер нисә халыҡ һәм автор композицияларын тәҡдим итә.
Илдең баш ҡалаһында варган фестивале 16-18 сентябрҙә уҙа. Өс көн буйына Алтай, Башҡортостан, Мәскәү, Тыва, Венгрия музыканттары үҙҙәренең оҫталығын күрһәтәсәк. Программала оҫталыҡ дәрестәре, варган оҫталары конкурсы һәм концерт ҡаралған. Фестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмдә.
Читайте нас: