09:30 (UTC+5), 23 Августа 2016

«Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» сатира һәм юмор театры юмористик скетчтар конкурсын иғлан итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә юмористик әҫәрҙәргә конкурс иғлан ителде. Уны ойоштороусылар — Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм «Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» сатира һәм юмор театры. Әҫәрҙәр монолог, диалог, скетч йәки интермедия жанрында булырға мөмкин.
«Беҙгә яңы, заманса авторҙар кәрәк, репертуарҙы яңыртырға теләйбеҙ. Юмористик әҫәрҙәрҙе яҙыуы ауыр, тәржемә ителгәндәре ҡыҙыҡ түгел. Һеҙгә скетч яҙғансы, ике шаршауҙан торған пьеса яҙам, тигәйне яңыраҡ бер яҙыусы», — тип һөйләне һөйләү жанры артисы Фаяз Йәнтүрин.
«Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» сатира һәм юмор театры — Башҡорт дәүләт филармонияһының популяр эстрада-юмор төркөмө. Уны 1990 йылдың апрель айында һөйләү жанры артисы, республиканың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов ойоштора. Төркөмдөң репертуары даими яңыртыла. Артистар йәмғиәттең көнүҙәк проблемаларына мөрәжәғәт итә. Репертуарҙа Рәдиф Тимершин, Марсель Сәлимов, Вәлит Илембәтовтың һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәре бар.
Эштәр 25 августан 25 октябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе аҡсалата приздар көтә. Электрон почта: bayim@mail.ru («Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» конкурсына тигән билдә менән). Белешмә өсөн телефон: 8-961-047-72-02.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика