Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Август 2016, 10:30

Республикала халыҡ-ара бал этнофестивале уҙа

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 10 сентябрҙә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында «Бөрйән балы – башҡорт даны» тип аталған халыҡ-ара этнофестиваль ойошторола.
Этнофестивалдең программаһында бал һәм умартасылыҡ продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһе, урындағы етештереүселәрҙең ауыл хужалығы продукцияһын һатыу, һөнәрселәрҙең һәм ҡул эше оҫталарының оҫталыҡ дәрестәре, күңел асыу программаһы, спорт уйындары һәм концерт ҡаралған.
Фестиваль умартасылыҡты үҫтереү һәм Бөрйән бал ҡорто популяцияһын һаҡлау, солоҡсолоҡто популярлаштырыу, умартасыларға булышлыҡ итеү һәм агротуризмды үҫтереү маҡсатында үткәрелә.
Сарала ҡатнашыу өсөн ғаризалар 8 (34755) 3-62-42, 8 (34755) 3-62-86 телефондары буйынса ҡабул ителә, электрон почта: [email protected].
Читайте нас: