11:57 (UTC+5), 23 Августа 2016

Баш ҡалала сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 135 йыл тулыуға ҡарата китап донъя күрҙе

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ошо көндәрҙә «Матбуғат донъяһы» нәшриәтендә филология фәндәре кандидаты Нияз Сәлимовтың «Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов» тигән китабы донъя күрҙе. Китап танылған һүҙ оҫтаһы, мәғрифәтсе Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 135 йыл тулыуға бағышланған.
Йыйынтыҡта сәсәндең тормош һәм ижад юлына байҡау яһалған, уның шиғырҙары, ҡобайырҙары, йырҙары һәм әкиәттәре ингән. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Рәшит Аҡкөбәков күпселек әҫәрҙәрҙе ғәрәп теленән башҡортсаға тәржемә иткән. Баҫмаға Фәрит Иҫәнғоловтың «Арыш башағы» романынан өҙөктәр индерелгән, унда Вәлиулла Ҡоломбәтов — төп геройҙарҙың береһе. Китапта Вәлиулла Ҡоломбәтов тарафынан яҙып алынған Салауат Юлаевтың «Һандуғас», «Зөләйха», «Яу» шиғырҙары һәм милли батыр тураһында ҡобайыр баҫылған.
Сәсән-мәғрифәтсенең бай мираҫы тупланған йыйынтыҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, студенттар һәм фольклор менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика