Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Август 2016, 16:32
Өфөнөң бейеү ансамбле Бөйөк Британияла фольклор фестивалендә ил исеменән сығыш яһай
Өфө хакимиәте сайты
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөнөң бейеү ансамбле Бөйөк Британияла фольклор фестивалендә Рәсәй исеменән сығыш яһай. «Мираҫ» ошо көндәрҙә Англияның Биллингем ҡалаһында барған 52-се Халыҡ-ара фольклор фестивале вәкиле итеп һайланған. Фестиваль программаһында Милләттәр парады, концерттар, сараны асыу һәм ябыу тантаналары ҡаралған.
«Мираҫ» ансамбленең программаһына Өфө тамашасыһы яратып өлгөргән иң яҡшы номерҙар ингән. Ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, юл хаҡын Өфө хакимиәте һәм илдең ойоштороу комитеты түләгән. Артистарҙың йәшәү сығымдарын ҡабул итеүсе яҡ үҙ өҫтөнә ала.
Теги:
фольклор фестивале
Читайте нас