12:07 (UTC+5), 04 Август 2016

Роберт Юлдашевтың «Ҡурайсы» төркөмө — «Russian World Music Awards» премияһына дәғүәселәр араһында лидер

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө профессиональ музыканттар араһында этник музыка өлкәһендәге «Russian World Music Awards» премияһына дәғүә итә. Әлеге ваҡытта башҡорт төркөмө тамашасыларҙың тауыш биреүе буйынса тәүге урынға сыҡты.
«Ҡурайсы» өсөн «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмдә тауыш бирергә мөмкин. Дәғүәселәр араһында Өфө йырсыһы Екатерина Ямщикова, «Haua» төркөмө һәм «Zaman» этно-проекты бар.
Жюри 2016 йылдың 1 сентябренә тиклем эшләй, октябрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү була. Баһалама ағзаларының эшен премияның сайтында күҙәтеп барырға мөмкин. «Бәйләнештә» иң күп «лайк» йыйған төркөмгә тамашасылар һөйөүе призы бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика