11:50 (UTC+5), 30 Июня 2016

Республиканың өс кинотеатры федераль ярҙам аласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда өс кинотеатр федераль ярҙам аласаҡ. Илебеҙ кинематографияһына социаль һәм иҡтисади ярҙам фонды Рәсәйҙең 100 мең кешенән кәм булған тораҡ пункттарындағы кинотеатрҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса конкурс йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы.
Башҡортостан федераль ҡаҙнанан өс районда кинотеатрҙарҙы яңыртыу өсөн аҡса аласаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Улар иҫәбендә Үрге Тәтешле ауылындағы киновидеоселтәре, Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайындағы һәм Дыуан районы Мәсәғүт ауылы Йәштәр мәҙәниәт һарайындағы кинозалдар бар.
Конкурс йомғаҡтары буйынса 1 471,7 миллион һумға 273 тораҡ пунктта 298 зал яңыртыла. Программа сиктәрендә кинозалдарҙа 45 меңдән ашыу яңы урын булдырыу ҡарала.
Башҡортостан әлеге конкурста икенсе тапҡыр еңеү яулай. Бынан алдағы бәйгелә Дүртөйлөләге — өс, Күмертауҙағы ике кинозал, шулай уҡ Благовещен, Учалы һәм Белорет ҡалаларындағы кинозалдар дәүләт ярҙамын алғайны.
Быйылғы конкурстың йомғаҡтары Кино фонды сайтында баҫылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика