07:07 (UTC+5), 30 Июня 2016

Башҡорт балеринаһы Сочиҙа «Донъяның йәш балеты» халыҡ-ара конкурсында лауреат булды

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Лилиә Зәйнәғәбдинова Юрий Григоровичтың «Донъяның йәш балеты» VI халыҡ-ара конкурсында лауреат булды. Сочиға Рәсәйҙән, АҠШ-тан, Көньяҡ Африка Республикаһынан, Әрмәнстандан, Украинанан, Молдованан, Ҡырғыҙстандан, Япониянан 62 ҡатнашыусы килде. Яҡташыбыҙ III премия һәм бронза миҙал яуланы. Шулай уҡ Лилиә Зәйнәғәбдинова менән башҡорт театры солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Олег Шәйбәковтың сығышы джаз номерҙары араһында иң яҡшыһы тип билдәләнде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Быйыл конкурс танылған совет композиторы Сергей Прокофьевҡа арналды. Һәр ҡатнашыусы программа номерҙарының береһен Прокофьев ижад иткән музыкаға башҡарырға тейеш ине. Классик бейеүҙән тыш, ҡатнашыусылар заманса, халыҡ, джаз бейеүҙәрен дә башҡарҙы.
Сығыштарҙы Рәсәй һәм сит ил хореографтары, балетмейстерҙары баһаланы. Эксперттар фекеренсә, «Донъяның йәш балеты» — балет сәнғәте өлкәһендә әһәмиәтле конкурс. СССР-ҙың халыҡ артисы, жюри рәйесе Юрий Григорович конкурстың артабан да үткәреләсәгенә ышаныс белдерҙе.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика