Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.96
-0.95
91.92
-0.99
61.97
-0.18
8+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Июнь 2016, 14:58

Республикала кинематографтарҙы II дебютанттар питчингына саҡыралар

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Көмөш Аҡбуҙат» Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале сиктәрендә II башҡорт питчингы уҙғарыла, тип хәбәр итә республиканың Мәҙәниәт министрлығы. Уны Башҡортостан һәм Рәсәй Кинематографистар союзының Йәштәр үҙәге, Башҡортостан һәм Рәсәй Кинематографистар союзы, «Башҡортостан» киностудияһы ойоштора.
«Ҡыҫҡа метражлы уйын киноһы» категорияһында 30 минутлыҡ уйын фильмдарының сценарийҙары ҡабул ителә. Анкеталарҙы, сценарийҙарҙы 1 сентябргә тиклем 2pitching-ufa@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Питчингтың исемлеге 20 сентябрҙә Башҡортостан Кинематографистар союзының рәсми сайтында, Рәсәй Кинематографистар союзының Йәштәр үҙәге сайтында һәм «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә баҫыла.
Еңеүселәргә 50, 30 һәм 20 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыла.
Белешмә өсөн телефон: 89631436829, 89608008080.
Читайте нас: