ӨФӨ, 2016 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бер нисә көндән Өфөлә «Бабич» исемле тулы метражлы тарихи
фильм төшөрөлә башлай. Картина башҡорт әҙәбиәте классигы, ижтимағи-сәйәси эшмәкәр, тәүге Башҡорт Хөкүмәте ағзаларының береһе Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған. Бөгөн «Башинформ» агентлығының конференциялар залында авторҙар фильм өҫтөндә эшләү үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Ижади процесс 27 июндә башлана һәм ноябргә тиклем дауам итә. Премьера 2017 йылдың март-апрель айҙарына билдәләнгән.